Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашты. ДХР-ҙың рәсми делегацияһы кисә Республика көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашыр өсөн килгәйне. Осрашыуҙа төбәк-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙеләр. Башҡортостан Башлығы мөнәсәбәттәрҙе артабан да нығытыу мөмкинлектәре ҙур тине, шул иҫәптән иҡтисади яҡтан да. – Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһының нисек үҫешеүен иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Яңыраҡ эш сәфәре менән Донбасста булғайным, унда төбәктең етди тергеҙелеүен күрҙем. Был беҙҙең иҡтисади интеграция өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта беҙ Рәсәйҙең яңы төбәктәренә бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн Башҡортостан кешеләренең ҙур ғына өлөшө махсус хәрби операцияла Донбассты һаҡлай. Беҙ шулай уҡ ауыл-ҡалаларҙы тергеҙеүҙә һәм урындағы халыҡҡа гуманитар ылау ташыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ошо йүнәлештәр менән бер рәттән Башҡортостан, әлбиттә, уртаҡ мәҙәни һәм спорт проекттарын тормошҡа ашырырға әҙер,