Башҡортостан делегацияһы 26-сы тапҡыр үткәрелгән "Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә һәм "Агросалон-2024" халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Улар Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә уҙғарыла. БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тракторҙарҙан, комбайндарҙан, ауыл хужалығы агрегаттарынан торған ҙур күргәҙмә менән танышты, техника етештергән эре компаниялар вәкилдәре менән осрашты. Ул мал аҙығы әҙерләүгә тәғәйенләнгән техника етештереү буйынса донъяла алдынғыларҙан булған "Krone" компанияһы менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. – Республикала әле булған 21 фермаға өҫтәп, тағы ла 30 индустриаль һөт фермаһы төҙөргә уйлайбыҙ. Һеҙҙең техникаһыҙ эш бармаҫ, – тине ул. – Беҙҙең аграрийҙар һеҙҙең техника мөмкинлектәрен яҡшы белә, шуға ла уларҙы һатып алырға планлаштыра. И. Фәзрахманов Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәренең күптәнге партнеры – Беларусь Республикаһының "Гомсельмаш" һәм МТЗ, үҙебеҙҙең илдең "Ростсельмаш" компанияларының етәкселәре менән дә осрашты. Ике яҡ техника һатып алыуҙы арттырыуға бәйле пландар буйынса фекер алышты. Мәғлүмәт һәм фотолар: БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙәге аграр форумдарҙа ҡатнаша
9 октября 20249 окт 2024
~1 мин