Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иҫән ҡалыуы – мөғжизә

Кисә кис, 8 октябрҙә Нефтекама ҡалаһында ҡурҡыныс ваҡиға теркәлә. Бында 12 йәшлек малай 12 метрлыҡ бейеклектән ҡолай. Шуныһы ҡыуаныслы – ул иҫән ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, малай элеватор бинаһында була һәм иген һаҡлағыс шахтаһына ҡолап төшә. Ҡотҡарыусылар бау ярҙамында шахта төбөнә төшә. Бала аңында була, ләкин ҡыбырлай алмай. Ҡотҡарыу бауы ярҙамында малайҙы шахтанан һөйрәп сығаралар. Ҡаты носилкала уны элеватор бинаһынан төшөрәләр һәм табиптарға тапшыралар. Үҫмер бик күп йәрәхәттәр алған, уны Нефтекама ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Әлеге ваҡытта хәлдең сәбәптәре асыҡлана. “Балаларығыҙ менән тағы бер тапҡыр һөйләшегеҙ! Таныш булмаған урындарҙа уларҙы көткән хәүефтәр тураһында иҫкәртегеҙ”, – ти ҡотҡарыусылар. Фото: МЧС.