7 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк һаулыҡ һаҡлауҙы медицина кадрҙары менән тәьмин итеү тикшерелде. – Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өсөн республикала бер нисә программа эшләй. “Ауыл табибы – ауыл фельдшеры” федераль программаһы сиктәрендә 2019 йылдан 812 белгес аҡса алды, – тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин. Федераль программаның шарттары буйынса, ауыл ерендә эшләү өсөн һайлаған табиптарға – 1-1,5 миллион һум, фельдшер-акушерҙарға һәм шәфҡәт туташтарына 500-ҙән 750 мең һумға тиклем аҡса түләнә. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программаһы башланды, уның сиктәрендә 50 табипҡа 50 миллион һум күләмендә аҡса тапшырылды. Аҡсалата компенсацияларҙан тыш, төбәктә белгестәргә торлаҡ майҙандары биреү кеүек медицина хеҙмәткәрҙәрен райондарға йәлеп итеү сараһы ла ғәмәлдә. 2024 йылда 100 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре торлаҡ мен