Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында төбәктә урып йыйыу кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды. Республиканың вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, 7 октябргә аграрийҙар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсеүлектәренең 92 процентын эшкәрткән, 2,9 миллион тонна ашлыҡ һуғып алған. Уртаса уңыш гектарынан 21,8 центнер тәшкил иткән, был 2023 йылғы күрһәткестән юғары (19 центнер). – Һигеҙ муниципалитет аграрийҙары 100 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған, улар араһында лидер – 200 мең тоннаға яҡын күрһәткес менән Стәрлетамаҡ районы. Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош һәм Ауырғазы райондары эшсәндәре юғары уңышҡа өлгәште, улар гектарынан 30 центнерҙан ашыу йыйҙы, – тине Илшат Фәзрахманов. – 120 мең гектар иген культураларын йыйып алырға ҡалды, шулай уҡ һуң өлгөргән культуралар – кукуруз, ҡарабойҙай һәм тары. Республикала шулай уҡ май бирә торған культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Бынан тыш, хужалыҡтар ужым культураларын сәск