Паркта инженер селтәрҙәре үткәрелгән, юл һалынған, аллея, сәхнә, бәҙрәф, яҡтыртҡыстар, сәскә түтәлдәре барлыҡҡа килгән, балалар майҙансығына хәүефһеҙ резина түшәлгән. Шулай уҡ балалар автоҡаласығы, скейтпарк, күп ҡатлы скәмйәләр, фотоға төшөү урыны эшләнгән. Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына арналасаҡ һәйкәлдәрҙең постаменттарына нигеҙ һалынған. Быйыл төбәктә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Проект республиканың 67 ҡала һәм ауылында тормошҡа ашырыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе — ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙ ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.