24-25 октябрҙә Өфөлә, "Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге форумы үтә, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан. Сарала Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡытай ғалимдары, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, власть органдары вәкилдәре ҡатнаша. Форум вуз-ара студенттар кампусының, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең майҙансыҡтарында үтәсәк. Программала машина эшләү, нефть-химия тармаҡтарын, ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған. Пленар ултырышта Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре, алға маҡсаттар хаҡында һөйләшеү, сығыштар планлаштырылған. Шулай уҡ “Фәнни алыш” интеллектуаль уйындары, киберспорт буйынса халыҡ-ара иптәштәр чемпионаты, “Фәнни сәнғәт” тип аталған ижады эштәр күргәҙмәһе һәм башҡала саралар көтә. “Форум мәғариф хеҙмәткәрҙәрен иҡтисад тармағы һәм власть органдары вәкилдәре менән нығыраҡ яҡынайтасаҡ. Был берҙәм майҙансыҡ технологик яҡта