БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Баймаҡ районы биләмәһендә, Сибай ҡалаһы янындағы быуала, ир кешенең кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килгән. Мәйетте һыуҙан сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар йәлеп ителә. Асыҡланыуынса, 65 йәшлек ир балыҡ ҡармаҡларға килгән һәм уға ҡапыл ҡыйын булып китеп, ярҙан һыуға ҡолаған. Һәләк булыусының шәхесе асыҡланған, әле үлем сәбәптәре тикшерелә. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: кәмәлә йәки катамаранда булғанда мотлаҡ рәүештә ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ. Һыуҙа бер кәмәнән икенсеһенә күсеп ултырыу, бортҡа ултырыу, аяғөҫтө баҫып тороу, шулай уҡ судноны һелкетеү һәм унан һикереү тыйыла. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 номерына шылтыратығыҙ. Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан