Турҙы асыу тантанаһында Башҡортостандың Мәғариф Һәм фән министрлығы, шулай уҡ республиканың ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы вәкилдәре ҡатнашты. Маршрутты беренсе булып Өфө районы уҡыусылары үтте. «Вернадский: ерҙәге тормоштоң барлыҡҡа килеүенән ноосфераға тиклем» фәнни-популяр маршруты ҡатнашыусыларға республикала тәбиғи фәндәр өлкәһендәге төрлө фәнни асыштар һәм ҡаҙаныштар менән танышырға һәм киләсәккә сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек бирҙе. Балалар Өфө фән һәм технологиялар университетының минералдарҙы һәм тау тоҡомдары үҙенсәлектәрен өйрәнеү лабораторияһында интерактив оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Уҡыусылар иң киң таралған геологик «лайфхак»тарҙы тикшерҙе һәм 270 миллион йыл элек, кешелек барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк Өфөнөң нисек булыуын белде. Маршрут Өфөлә берҙән-бер эшләп килгән Геология музейы аша үтә, унда килеүселәр Поляр Уралдың тау кристалын, Сахараның эҫе ҡомдарын һәм Һинд океаны ярҙары мәрйендәрен күрә. Туристар Башҡортостандағы иң боронғо Зоология музейында була. «Ве