Стәрлетамаҡ – Раевка араһындағы 3,8 километр юл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ярашлы ремонтланды. Һөҙөмтәлә Әлшәй районында Сурай һәм Аҡбирҙе ауылдары араһындағы юл участкалары төҙөкләндерелде. Был участкала подрядсы ойошма эштәрҙең барлыҡ комплексын үтәне: юлдың иҫке япмаһын фрезерланы, асфальт-бетон япманы яңыртты, юл ситтәрен нығытты. - Стәрлетамаҡ – Раевка трассаһы республиканың нигеҙен тәшкил иткән юл селтәренә инә. Йыраҡ түгел Сусаҡтау, Сатыртау, Нарыҫтау тауҙары, изге сығанаҡтар ҙа урынлашҡан. Улар барыһы ла туристарҙы йәлеп итә. Был юл буйынса трафик тәүлегенә 4 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә. Шуға ла уны төҙөкләндереү бик мөһим ине, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Шулай уҡ быйыл әлеге милли проект буйынса дөйөм оҙонлоғо 10 километрға тиң тағы ике участка ремонтланасаҡ. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан”2030 йылға тиклем Рәсәйҙә милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар үҫеше тураһындағы” Президент указы положениеһын үтәү өсөн булдырылған. Милли проектҡа ил тулыһынса тиерлек йәлеп ителгән, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.