Армияла бәләгә тарып, ике аяғын юғалтҡан Рөстәм Нәбиев үҙ миҫалы менән күптәрҙе илһамландыра. Ул - бәхетле ғаилә башлығы, ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Рөстәм Нәбиев үҙенең тыуған ауылын төҙөкләндереүҙә ярҙам итә, Саҡмағош районы күләмендәге төрлө сараларға бағыусы ла. Мәҫәлән, үҙ аҡсаһына Рапат ауылы мәҙәнит йорто эргәһендәге тренажер залына ремонт яһаткан һәм спорт инвентары һатып алған. “Атайсал” һәм “Уңайлы мөхит” проекттары Нәбиев өсөн буш һүҙҙәр генә түгел. Башҡа эш менән мәшғүл булһа ла, ул үҙе кеүек инвалидтар өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирә. Тағы ла ул госпиталдәрҙәге яралылар менән осраша, хәленән килгәнсә уларға ярҙам итә. "Мин МХО-ла үҙебеҙҙең егеттәр янында күп тапҡыр булдым. Донецкиға машинаны шәхсән үҙем алып барҙым. Шулай уҡ хәрби госпиталдәрҙә булып, яралылар менән аралаштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби хеҙмәткәрҙәр өйҙәренә төрлө йәрәхәттәр менән ҡайта. Уларҙы онотмаҫҡа, ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға ярҙам итергә