Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дамирҙы эҙләп үткәргән ярты йыл...

Башҡортостанда үҫмер Дамир Әҙеһәмовтың юғалыуына бөгөн ярты йыл – 180 көн тулды. Был хәлде бар республика белә. Малайҙар йылға буйында марттың һуңғы көндәрендә ғәйеп булғайны. Уларҙы полиция, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Малайҙар Ағиҙел буйында юғалғас, эҙләү ҙә һыуҙан башҡарыла. Икенсе малайҙы – Павел Паличевты 26 майҙа Еңеү паркында Дежнев баҫҡысы янында эҙләүҙең 58-се көнөндә тапҡайнылар. Ә Дамир һаман юҡ. Ләкин ваҡыттың күп үтеүенә ҡарамаҫтан, Дамирҙы онотоусы юҡ, уны эҙләргә көн һайын сығалар. Ҡотҡарыусылар ярты йыл эсендә Ағиҙел йылғаһының 19500 квадрат метр майҙанын тикшергән. Ирекмәндәр мөмкинлек булған саҡта малайҙы ярҙам да байтаҡ ҡына эҙләне. Үкенескә күрә, һаман һөҙөмтә юҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эҙләү Дамирҙы тапҡансы туҡтатылмаясаҡ. Фото: Лиза Алерт.