Найти в Дзене

Балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары алған

Ишембай районының балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары ҡайтарылған. Был, әлбиттә, “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проекты арҡылы тормошҡа ашырылған. Матур яңылыҡты республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Финанслауҙың дөйөм күләме 4 миллион 558 мең һум тәшкил иткән. Был аҡсалата ярҙам учреждениеның матди-техник нигеҙен ярайһы яҡшыртырға мөмкинлек биргән. 25 музыка ҡоралы – классик гитаралар, скрипкалар, тынлы музыка ҡоралдары, аккордеондар, пианино һәм электр гитараһы һатып алынған. Шулай уҡ ҡоралдар өсөн 27 комплектлау элементы; 45 уҡыу ҡорамалы, улар иҫәбендә – мольберттар, натюрморт өҫтәлдәре; ноутбуктар һәм телевизор; сольфеджио, музыка һәм нәфис әҙәбиәт буйынса 134 уҡыу ҡулланмаһы ла алынған. – “Мәҙәниәт” милли проекты беҙҙең сәнғәт мәктәбе өсөн яңы офоҡтар аса. Уҡыу процесы уңышлы барһын өсөн, матди-техник базаның сифатлы булыуы – иң мөһиме. Федераль финанслау арҡылы уҡыу кластарын тейешле йыһазландырҙыҡ, – тип ҡы

Ишембай районының балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары ҡайтарылған. Был, әлбиттә, “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проекты арҡылы тормошҡа ашырылған. Матур яңылыҡты республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Финанслауҙың дөйөм күләме 4 миллион 558 мең һум тәшкил иткән. Был аҡсалата ярҙам учреждениеның матди-техник нигеҙен ярайһы яҡшыртырға мөмкинлек биргән. 25 музыка ҡоралы – классик гитаралар, скрипкалар, тынлы музыка ҡоралдары, аккордеондар, пианино һәм электр гитараһы һатып алынған. Шулай уҡ ҡоралдар өсөн 27 комплектлау элементы; 45 уҡыу ҡорамалы, улар иҫәбендә – мольберттар, натюрморт өҫтәлдәре; ноутбуктар һәм телевизор; сольфеджио, музыка һәм нәфис әҙәбиәт буйынса 134 уҡыу ҡулланмаһы ла алынған. – “Мәҙәниәт” милли проекты беҙҙең сәнғәт мәктәбе өсөн яңы офоҡтар аса. Уҡыу процесы уңышлы барһын өсөн, матди-техник базаның сифатлы булыуы – иң мөһиме. Федераль финанслау арҡылы уҡыу кластарын тейешле йыһазландырҙыҡ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша сәнғәт мәктәбе директоры Лилиә Әҙелбаева. Фото: https://idshi.ru/news/2024/