Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка ваҡытында ниндәй генә ҡыҙыҡлы геройҙар осрамай. Һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ юлы, үҙенең ышаныу-инаныуҙары. Әммә һәр береһен бер теләк берләштерә – дошманды тиҙерәк еңергә һәм иҫән-һау яҡындары янына тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға. Бөгөнгө геройымдың позывнойы – “Борода”. Яугир Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында, матди тәьминәт ротаһында хеҙмәт итә. Уның взводы хәрби техниканы заправкалау менән шөғөлләнә. Битен һаҡал-мыйыҡ ҡаплаған ир-уҙамандың ни өсөн ошондай позывной алғаны аңлашылып торһа ла, бәлки йәшерен мәғәнәһе барҙыр тип үҙенән дә һорарға булдым һәм яңылышманым. Баҡһаң, ул үҙен юҡҡа ғына “Борода” тип йөрөтмәй икән. – Бында килерҙән бер нисә йыл алда рухи донъя менән ҡыҙыҡһына башланым. Мәсеткә йөрөп, исламды өйрәндем, шулай уҡ иудаизм һәм башҡа диндәр ҙә ҡыҙыҡ ине минең өсөн. Һаҡал – нәҫел байлығы һәм ул кешегә ярҙам итә. Айырыуса, һуғышта. Баҡһаң, ниндәйҙер илдә хәрбиҙәр араһында эксперименттар ҙа яһап ҡарағандар һәм шул асыҡланған: һаҡаллы кешеләр күберәк тере ҡала, уларҙа һаҡланыу инстинкттары юғарыраҡ, – ти “Борода”. – Һаҡалды тыныс тормошта өс-дүрт йыл йөрөттөм, пекарняла эшләй башлағас ҡына ҡырырға тура килгәйне. Ә бында инде һаҡалдан айырылған юҡ. Тыуған ауылында “Борода” төрлө урындарҙа эшләй, мебель дә йыя, водитель дә булып эшләй, трактор йөрөтә. Үҙенә әле 52 йәш. Тәүге ғаиләһендә өс балаһы бар, икенсе тапҡыр өйләнгән, унда ҡатынының ике ҡыҙы үҫә. – Махсус хәрби операция биләмәһенә барырға нимә этәргес булды? – Бында килгәнсе йыш ҡына телевизорҙан ҡарап, хәлдәрҙе күҙәтеп бара инем. Үҙемде МХО-ла тип күҙ алдына килтергән саҡтар ҙа булды. Төп уйым – илгә файҙа килтереү. Дөйөм еңеүгә минең дә өлөшөм булһын ине тинем. Йәшермәйем, бындағы эш хаҡы ла ҡыҙыҡтырҙы. Тотороҡло түләнгән һәйбәт аҡса, ғаиләгә ул кәрәк. Ғаиләм теләгемә ҡаршы тормай ебәрҙе, һағынышабыҙ, әлбиттә, тик оҙаҡламай, еңгәс ҡайтырмын тим, – ти уҙаман. “Борода” махсус хәрби операция биләмәһендә йылдан ашыу. Былтыр июндә бер йылға контракт төҙөп килгән. Әле иһә уны дауам итергә ҡарар иткән һәм тағы тороп ҡалған. Заправкалаусы хеҙмәтен алып барһа ла, яугир бер нисә мәртәбә алғы һыҙыҡта булып, алдына ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәгән. Уның замполиты әйтеүенсә, “Борода” хәрби тәжрибә алып ҡына ҡалмаған, ике кешенең ғүмерен дә ҡотҡарған. – Сроклы армия хеҙмәтен үтһәм дә, беренсе хәрби тәжрибәне бында алдым. Нейтраль һыҙатта күрһәтелгән нөктәгә барырға тигән приказ алдыҡ. Блиндажда булдыҡ. Ысын һуғыштың нимә икәнлеген күрҙек. Төндә рация аша яраланған ике кеше ярҙам һораны. Күктә “птичка”лар, тегендә-бында прилеттар булып тора. Әлбиттә, ҡурҡыныс ине, ҡурҡманым тип әйтә алмайым. Ләкин тегендә беҙҙең хәрби иптәштәр һәм уларға ярҙам кәрәк ине. Тәжрибә булмағас, ҡайһы бер егеттәр бармайыҡмы әллә тип тә уйланы. Мин иһә ҡурҡып ятмаҫҡа, ә эш итергә ҡарар иттем һәм бер нисә кеше яралыларҙы эҙләп киттек. Аҙаҡ егеттәр: “әгәр һин бармаһаң, беҙ ҙә бармаҫ инек”, тиҙәр,– тип һөйләй “Борода”. Шулай, “барырға” тип тәүәккәлләгән ир юлға сығыр алдынан ултырып бар белгән доғаларын уҡый һәм Аллаһҡа тапшырып, яуҙаштарын эҙләп китә. Һәм күп тә бармай улаҙы табалар. Яугирҙәр аҙашҡан, кире юлды белмәгән. Береһеның яраһы ныҡ була, күп ҡанын юғалта, ул инде хәлһеҙләнеп бөткән була. Икенсеһе, үҙе лә йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, иптәшен һөйрәп килтергән. – Береһен шунда уҡ күтәреп алдыҡ һәм ҡулда сығарҙыҡ. Әгәр, беҙ шунда бармаһаҡ, ул, үлер ине. Егеттәрҙе алып сығып килгәндә, дрондар беҙҙе һиҙеп ҡалды һәм һөжүм башланы. Бер урында ғына торһаң, тейерҙәр ине, шуға күрә тегеләй-былай йүгереп, йәшенеп ҡалдыҡ. Ҡалған егеттәр булған блиндажға барманыҡ, уларҙың йәшеренгән урынын асҡы килмәне. Ваҡыт үткәс кенә унда ҡайттыҡ. Дөйөм алғанда, былары ваҡ мәсьәлә, иң мөһиме – беҙ ике кешенең ғүмерен ҡотҡарҙыҡ. Яугирҙәрҙең нисек ҡыуанғандарын белһәгеҙ! Рәхмәт әйтеп бөтә алманылар. Улар беҙҙең полк хәрбиҙәре түгел ине. “Һеҙҙе ғүмер буйы иҫләрбеҙ,мәңге рәхмәтлебеҙ” – тип киттеләр. Бына бит, минең дә файҙам тейҙе, кеше ғүмерҙәре ҡотҡарылды. Мин бының менән ғорурланам, – тип һөйләй “Борода”. Эйе, ир-уҙамандар МХО биләмәһенә нимә өсөн барғанын белә һәм ундағы хәлдәрҙе күҙ алдына килтерә. Тик барыбер ирҙәр һөнәрен һайлайҙар һәм үкенмәйҙәр. “Борода”ла бында булыуын яҙмышы тип иҫәпләй. – Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Кемгә яҙылған, ул килеп, был һабаҡты үтәсәк. Яҙылмаған икән, нисек кенә тырышһаң да, юл ябыҡ. Үҙемә килгәндә, килергә тип тырыштым һәм үкенмәйем. Иң мөһиме, бөтәбеҙгә лә иҫән-һау ғына ҡайтырға яҙһын ине тип теләйем. Шуға күрә һәр кем бар тырышлығын һалып еңеүҙе яҡынайта, – ти ул. “Борода” форсаттан файҙаланып, үҙенең тыуған Мәсетле районына һәм республика халҡына рәхмәт әйтте. – Районыма, уның хакимиәт башлығына шәхсән рәхмәт әйткем килә. Даими рәүештә гуманитар ылауҙар килә, нимә кәрәк шуның менән тулыһынса тәьмин итәләр. Райондан халыҡ йыйылып мейес ебәрҙе, беҙ бында мунса төҙөп ҡуйҙыҡ. Хәҙер рәхәтләнеп көн һайын мунса инәбеҙ һәм ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйтәбеҙ. БЕЛЕШМӘ Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй. Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәккә 122 йәки (347) 218-19-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31. В. УРАЗБАЕВ. Автор фотоһы һәм видеоһы.