Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фехтование үҙәген төҙөү аҙағына яҡынлаша

"Был Өфөләге Затон микрорайоны, Халыҡтар дуҫлығы проспекты. Фехтование үҙәген төҙөүҙе тамамлау эше нисек барғанын ҡарарға килдем. Барыһы ла килеп сыҡты. Уны проектлаған саҡта иң яҡшы идеяларҙы тупланыҡ. Фехтование үҙәге ҙур, алты мең квадрат метр тәшкил итә. Бында 28 юл, бер үк ваҡытта 56 спортсы сығыш яһай ала. Был заманса, технологик яҡтан бай объект. Уны нимә өсөн күрһәтәм? Малайҙар һәм ҡыҙҙар уны күрһен һәм ошо матур спорт төрөнә килһен, тип. Әйткәндәй, һуңғы ваҡыт өлкәндәр ҙә фехтование менән шөғөлләнә башланы. Фехтование үҙәгендә коляскала ултырған спортсылар ҙа үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн шарттар булдырҙыҡ. Олимпия чемпиондарыбыҙ Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафинға, тренерҙарға ҙур рәхмәт, сөнки улар арҡаһында Башҡортостандың фехтование мәктәбе дан алды. Ошондай спорт һарайы төҙөүҙе бурысыбыҙ тип һананыҡ. Эштәр тамамланды тиерлек. Беренсе ярыштар бында 17 октябргә планлаштырылды. Эште туҡтатмау, балаларыбыҙға шөғөлләнеү өсөн Башҡортостанда мәҙәни, спорт объекттары төҙөүҙе дауам итеү мөһим. Бөтәгеҙгә лә матур кис теләйем!" - тип яҙҙы ул. Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_1312223 Фото: glavarb.ru