Йәш саҡтарында, уҙған быуаттың 70-се йылдарында, минең атайым һәм әсәйем Өфө районының Нөрлө ауылындағы нефть ҡыуҙырыу станцияһында эшләгән. Тәүге мәлдә улар Шәһиҙә (Шәйҙә тип йөрөтәләр) исемле инәйҙә фатирҙа йәшәгән, артабан уларға эштән торлаҡ - вагончик биргәндәр. Мин шунда тыуырға тейеш булғанмын. Әммә әсәйем декрет отпускыһына сығып, ауылға ҡайтҡан мәлдә донъяға килгәнмен. Силсәүиткә Эльвира тип исем ататырға китеп барған әсәйемдең ҡаршыһына тап булған почтальон биргән атайымдан килгән хатта "ҡыҙым тыуһа, Гөлдәр тип исем ҡушығыҙ" тип яҙылған була. Тиҙҙән атайым да ҡайтҡан һәм бергәләп ҡабаттан уларҙың эш урынына киткәнбеҙ. Мин Нөрлө ауылында Шәһиҙә өләсәйҙең балалары, ейәндәре ҡулында йөрөп үҫкәнмен. Ул саҡта төшкән фотоларҙа был асыҡ күренә. Миңә бер-ике йәштәр булғанда ғаиләбеҙ ауылға күсеп ҡайта. Шунан 20 йылдай ваҡыт үткәс кенә Нөрлөгә юл төштө. Күмәкләп, тотош автобус яллап барҙыҡ, бер нисә көн Кәбировтарҙа булдыҡ, Шәһиҙә өләсәйҙе күрҙек. Унан һуң мин студент саҡта ла уларғ