Фәрзәт Ҡаһарманов Бөрйән районынан. Һеҙгә уның бер хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ. "Мин тыуған көндө лә әсәйем бесәндә булған. Бәхеткә, ул көндө атайымдың да аты менән бесәнлектә булған сағына тура килгән. Мин иҫ белгәндән йәйҙәрен атайым пар ат егеп сайыр мискәләрен ташыны. Сабынлыҡ та алыҫ булмағас, аттарҙа тиҙ генә ҡайтып, саҡ өйгә инеп өлгөргәс, мин тыуғанмын. Ә тыуғандың өсөнсө көнөндә үк сабынлыҡта сәңгелдәктә бәүелгәнмен. Өс көнлөк сағымдан уҡ бесән эшләшә башлағанмын тип әйтергә була. Ул 1964 "аждаһа" йылының йәйе лә ныҡ яуынлы булған, 17 августа мин тыуғас көндәр аяҙып киткән. Быйылғы "аждаһа" йәйе лә яуынлы, тимәк, тағы ла 17-һенән һуң көндәр аяҙыясаҡ, бесәнгә әҙерләнә башлаһағыҙ ҙа була. Тағы ла, 1975 ҡоролоҡ йылы апрелдән алып ямғыр яуманы. Тыуған көнөм булғанғалыр инде, ныҡ хәтерҙә ҡалған - леспромхоз аттарына бесән эшләргә өмәгә сыҡтыҡ, мин күбә тарттырып йөрөнөм. Ә төнгөлөккә тәүге тапҡыр, ҡойоп тороп, йәшенле ямғыр яуҙы. Шуға күрә 17.08. ябай дата түгел, тәбиғәттә яҡшы яҡҡа үҙ