Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йылайыр ағинәйҙәре һыпран (һыпайтма) күлдәк теккән

Йылайыр районы Ҡашҡар мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә "Кейемдәрҙә халҡым тарихы" исемле оҫталыҡ дәресе үткән. Матур сара райондың ағинәйҙәр ойошмалары башланғысы менән ойошторолған. Был хаҡта "Ауыл уттары" гәзите хәбәр итә. "Оҫталыҡ дәресендә ағинәйҙәр һыпран күлдәк тегергә өйрәнде. Сара башында бындай күлдәк тееп кейгән ағинәйҙәр дефиле ойошторҙо – алға сығып, теккән күлдәктәрен күрһәтте, дәртлеләр бейеп тә алды. Шуныһы һөйөндөрҙө, ябай боронғо был күлдәккә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Уны ябай тауарҙан тегеп, көндәлек тормошта кейергә була, ти ағинәйҙәр. - Артыҡ оҫта булмаһам да, саҡырған ерҙән ҡалмай килдем. Һыпран күлдәк менән ҡыҙыҡһынғандар, кәңәш һорағандар күп. Баймаҡҡа барып, бындай күлдәк тегергә өйрәнеп ҡайтҡас, арыуыҡ тегеп кейҙек. Бөгөнгө сарала күлдәк тегергә теләгәндәргә һыҙып, киҫеп бирәм. Бөгөн бергәләп эшләрбеҙ, яңы матур күлдәктәр тегербеҙ, – тине һултантимер ауылы ағинәйе Зәкиә Ҡылысова", -ти яҙа хәбәрсе Гөлгөнә Таһирова. Әйткәндәй, Ул ҡырҡындыһыҙ, туҡыманы исрафламай ғына тегелә. Түш тирәһен бөкләп-бөкләп алаһың, иҙеүе алдан, алмиҙеү таҫманан эшләнә. Тәңкәләр менән биҙәйһең. Еңе иркен була. Кемдер был күлдәкте һыпайтма күлдәк тип тә атай. Сығанаҡ: "Ауыл уттары" Гөлгөнә Таһирова фотолары