Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

#МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара премияһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Башҡортостандан унда 250 проект тәҡдим ителгән, һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса - 24-е еңеүселәр иҫәбендә. Иң популяр номинацияларҙың береһе булып «Шәхес» категорияһында «Йыл ирекмәне» номинацияһы тора, ул ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә индергән өлөш йәки ижтимағи әһәмиәтле ғәмәлдәр, меценатлыҡ һәм кешеләргә ярҙам итеү өсөн бирелә. Быйыл унда 118 кеше еңеүсе булған, уларҙың икәүһе – Башҡортостандан Эдуард Хәкимов һәм Эльмира Мөхәмәтшина. Төбәк этабының бөтә финалсылары эксперт оҙатыуы, ярҙам хаттары ала, улар өсөн төбәк етәкселеге менән осрашыуҙар ойошторола, шулай уҡ Добро.рф платформаһында өҫтәмә мөмкинлектәр асыла, партнерҙар йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтелә. Премияның төбәк этабында иң күп еңеүселәр быйыл Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстан Республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ростов, Түбәнге Новгород, Рязань һәм Мәскәү өлкәләренән. Яҡын арала #МыВместе премияһының топ-1000 проекты, шулай уҡ финалсыларҙың исемдәре иғлан ителәсәк. Еңеүселәр 5 декабрҙә #МыВместе Халыҡ-ара форумында Манежда бүләкләнәсәк. Наградаларҙы ил Президенты Владимир Путин шәхсән тапшырасаҡ. Төбәк этабы еңеүселәре шулай уҡ премияның финалында ҡатнашыуға ғариза биреп, федераль кимәлдә танылыу ала ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, награда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса кешеләргә ярҙам итеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм донъяла йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән мөһим башланғыстарға һәм проекттарға ярҙам итеү өсөн булдырылған. Фото: #МЫВМЕСТЕ премияһы ойоштороусыларынан.