Башҡортостан Башлығының вазифаһын үтәй башлау тантанаһын Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева матур байрам һымаҡ ҡабул итә. Һәм ул Радий Хәбировҡа пландарын тормошҡа ашырыуҙа ныҡлы һаулыҡ теләне. – Инаугурацияға байрамға барған кеүек йөрөйөм. Минең өсөн Радий Фәрит улының вазифаға инеү тантанаһы айырым бер тулҡынландырғыс байрам кеүек ҡабул ителде. Уны электән лидер, ҡыйыу, үҙ һүҙендә торған көслө кеше итеп беләм. Уға Хоҙай һаулыҡ бирһен. Күп йылдар дауамында әлегеләй әүҙем эшләһен, тырышһын, тип теләйем. Ул республикабыҙ именлеге өсөн ныҡ тырыша, яна, уны тағы ла уңышлыраҡ булһын тип теләй. Беҙ инде, медиктар, үҙебеҙҙең яҡтан был эштә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостанда бөтә этаптарҙа ла юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Башҡортостандың именлеге халыҡтың һаулығынан да тора бит. Был беҙҙең команда эше тип ҡабул итәм, - тине ул. Фото: "Бәйләнештә".