Башҡортостанда автотранспортты ауырлыҡ контроленең яңы автоматлаштырылған пункттарын ҡуйыу өсөн потенциаль майҙансыҡтар әҙерләнә. 10 сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған «Транспорт сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Бынан алда республика юлдарында 20 ауырлыҡ контроле пункты ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙә боҙолған йөк ташыған водителдәр бындай постарҙы йышыраҡ урындағы әһәмиәттәге юлдар буйлап урап үтә. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Транспорт министрлығына яңы ауырлыҡ контроле пункттарын урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. - Беҙ ауырлыҡ контроле системаһын эҙмә-эҙлекле үҫтерәбеҙ һәм йөк ташыусыларҙың эш мәҙәниәтен арттырабыҙ. Был юл япмаһын һаҡлау өсөн кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Фото: БР Башлығы сайтынан.
Башҡортостанда яңы ауырлыҡ контроле пункттары ҡуйылған урындар эшкәртелә
10 сентября 202410 сен 2024
~1 мин