“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашҡан алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, шәп педагогтар менән таныштыра башлайбыҙ. Бөгөнгө һүҙебеҙ – Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылының Х.Н. Нурғәлиев исемендәге урта мәктәбе уҡытыусыһы Инзилә Салауат ҡыҙы Аҡбарова хаҡында. Ҡыҫҡаса белешмә: Тыуған көнө: 24 май 1984 йыл. Тыуған урыны: Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылы. Белеме: 2008 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Педагогик стажы: 20 йыл. Инзилә Салауат ҡыҙы – юғары категориялы, тәжрибәле уҡытыусы. БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ул даими рәүештә үҙен үҫтереү өҫтөндә эшләй. “Остаз” республика конкурсының зона этабында улар команда менән 3-сө урынды яулаған, 2023 йылда дәрестән тыш саралар әҙерләү буйынса “Рус түгел, ләкин россиянмын”республика конкурсында еңеүсе булып танылған. Шулай уҡ И.С. Аҡбар