Һайлау кампанияһы йыш ҡына Рәсәй топонимикаһына бәйле ғәжәп хәлдәр менән осраштыра. Әйҙәгеҙ, бөгөн башҡорт Венецияһы менән танышайыҡ! Йөҙ кеше йәшәгән ауыл халҡы үҙенең гражданлыҡ бурысын нисек үтәне икән? Тарихтан белеүебеҙсә, боронғо Венецияла дож (башлыҡ) һайлау системаһы бик ғәҙел, ныҡ уйланып, осраҡлы кеше үтмәҫлек итеп үткәрелгән. Сәйәсмәндәр уның үтә ҡатмарлы булыуына дәғүә белдерһә лә, һөҙөмтәлә тотороҡло, үҙенсәлекле булыуы уның оҙаҡ йылдар уңышлы дауам итеүенә булышлыҡ иткән. Дүртөйлө районының Венецияһында итальяндар түгел, ә үҙ төбәген, тәбиғәтен ҡәҙерләп йәшәгән төрлө милләт халҡы донъя көтә. 1920 йылдарҙа был сит атама барлыҡҡа килә, әммә хәҙер ул һис тә ҡолаҡҡа ят тойолмай. Европанан Башҡортостанға ҡайтып төшкән йәш агротехник Иосиф Рябов Беренсе донъя һуғышынан һуң герман пленына төшә, төрлө ыҙалы юлдар менән сит илдәр аша үтә. Аҙаҡ Ағиҙел буйындағы исемһеҙ хуторҙы сираттағы ташҡын баҫҡас, Венеция тип атарға тәҡдим итә. Шулай итеп, Адриатик диңгеҙе ярындағы итальяндар ҡалаһының исемен ала ауыл. Хәҙер районда ошо исемдә шифахана- профилакторий ҙа бар. “Венециандар бөгөн тап шунда гражданлыҡ бурысын үтәй ҙә инде”,– ти ауыл старостаһы Гөлназ Фәнәүи ҡыҙы Бакирова. Шифаханалағы һайлау участкаһына өс быуын вәкилдәрен берләштергән, алты кешенән торған Бакировтар ғаиләһенең беренсе булып килеүе ғәжәп тойолманы, улар гел алда булырға күнеккән. 86 йәшлек Әнисә Ахунйәнова был һайлауҙан да тороп ҡалмайынса, намыҫ менән гражданлыҡ бурысын үтәне. –Венеция халҡы бөтә йәмәғәт эштәрендә, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша. Килегеҙ беҙгә, өлгө алырлыҡ эштәребеҙ күп беҙҙең, күрһәтербеҙ, уртаҡлашырбыҙ!– тине хушлашҡанда Гөлназ Фәнәүи ҡыҙы. Гөлназ Бакирова фотолары. #Башкортостан #Всейсемьейнавыборы