Өфө районының Шамонин урта мәктәбендәге 3076-сы һайлау участкаһына халыҡ иртәнән ағылды. Улар араһында төрлө быуын вәкилдәре бар. Хеҙмәт ветерандары, оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән Рәмзиә менән Мансур Минһажевтар ҙа килгәйне. Улар икеһе лә, хаҡлы ялда булһалар ҙа, әүҙемдәр. Рәмзиә Заһретдин ҡыҙы – сығышы менән Бөрйән районының Әтек ауылынан. Ә Мансур Михайлович - Өфөнән. Лиана һәм Гүзәл исемле ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Ата-әсәһе кеүек балалары ла уңған, тырыш һәм маҡсатлы. Өлкәне – Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында, кесеһе Башҡортостандың Арбитраж судында эшләй. - Беҙ йыл да һайлауға йөрөйбөҙ, һәр ваҡыт гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ. 18 йәш тулғас та һайлауға йөрөй башлағайныҡ, - тип һөйләне Рәмзиә менән Мансур Минһажевтар. – Һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәр, тип уйлайбыҙ. Башҡортостаныбыҙ яҙмышы хәл ителгәндә нисек тыныс ҡына ятмаҡ кәрәк? Шуға күрә беҙ ҙә килеп үҙ тауышыбыҙҙы бирәбеҙ. Был – беҙҙең бурысыбыҙ. Автор фотоһы.
“Башҡортостаныбыҙ яҙмышы хәл ителгәндә нисек тыныс ятмаҡ кәрәк?”
6 сентября 20246 сен 2024
~1 мин