Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Вивальди” миҙалдар менән наградланды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Вивальди”позывнойлы яугир – сығышы менән Баҡалы районынан. Яҡташыбыҙ ҡаһарман хеҙмәте өсөн Шайморатов, Доставалов һәм Суворов миҙалдары менән наградланды. - Яҡташыбыҙ, Ватаныбыҙ һаҡсыһы һәм ысын герой булған ябай егет – йәш быуын вәкилдәре өсөн өлгө. Ул махсус хәрби операция башланғас уҡ тиерлек Тыуған иле һағына баҫты. “Вивальди” Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөнө һәм башҡорт батальондарының береһендә хеҙмәт итә”, - тип яҙҙы Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефремов. “Вивальди” кеүек батырҙарыбыҙ – Башҡортостаныбыҙ ғорурлығы. Әйткәндәй, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйырға теләгән Башҡортостан халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге офистарында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31. Сығанаҡ, фото: Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефремовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.