Өфөлә “Башҡорт ихаталары” республика программаһын ғәмәлгә ашырыу бара, уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәрҙе, "торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект" тип атаны. Быйыл баш ҡалала бөтәһе 10 ихата тулыһынса яңы төҫ аласаҡ, улар 33 күп фатирлы йортто берләштерә. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин районында Шмидт урамы, 16, 16/1 һәм Әхмәтов урамы, 316, 316/4 адрестары буйынса йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә. Быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған брендлы элементтар балалар майҙансыҡтарын биҙәүҙә сағыу һыҙаттарҙың береһе булды. Бөгөнгө көндә Шмидт урамы, 16, 16/1 адресы буйынса ихата биләмәһендә балалар уйын майҙансығында бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған: тау, уйын йорто һәм автомобиль рәүешендәге балалар сәңгелдәге. Биләмә тигеҙләнгән, хәүефһеҙлекте тәьмин иткән япма һалырға ҡала. Шулай уҡ сағыу биҙәү эштәре тамамлана. Әхмәтов урамы, 316, 316/4 адресы буйынса урынлашҡан ихаталар биләмәләрендә иҫке бордюр таштарын һүтеп алып, яңыларын ҡуйыуға тотонғандар. Гөлсибәр ИСМӘҒИЛЕВА, пе