Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сауҙаның был төрө лә үҫешә

3 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала аҙ форматлы сауҙа үҫеше тикшерелде. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, был йүнәлешкә ярҙам урындағы тауар етештереүселәрҙе дәртләндерә, шулай уҡ ауыл райондарында яңы эш урындарын булдырыуға булышлыҡ итә. – Аҙ форматлы сауҙаны үҫтереү өсөн Башҡортостанда бөтә тейешле норматив акттар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, хәҙер сауҙа объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәрен ете йылға тиклем оҙайтырға, шулай уҡ сауҙалашыу үткәрмәйенсә тауарҙарҙы мобиль һатыу өсөн урындар бирергә мөмкин, – тине Алексей Гусев. Һуңғы өс йылда республикала стационар булмаған сауҙа объекттары һаны 15 процентҡа – 7,5 меңгә тиклем артҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо эшҡыуарлыҡ өлкәһе динамикаһын юғары баһаланы, ләкин объекттарҙың эстетик торошон күҙәтергә кәрәклеген билдәләне. – Ҡайһы берҙә стационар булмаған сауҙа нөктәләре насар булып күренә. Был объекттарҙың тышҡы ҡиә

3 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала аҙ форматлы сауҙа үҫеше тикшерелде. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, был йүнәлешкә ярҙам урындағы тауар етештереүселәрҙе дәртләндерә, шулай уҡ ауыл райондарында яңы эш урындарын булдырыуға булышлыҡ итә. – Аҙ форматлы сауҙаны үҫтереү өсөн Башҡортостанда бөтә тейешле норматив акттар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, хәҙер сауҙа объекттарын ҡуртымға алыу килешеүҙәрен ете йылға тиклем оҙайтырға, шулай уҡ сауҙалашыу үткәрмәйенсә тауарҙарҙы мобиль һатыу өсөн урындар бирергә мөмкин, – тине Алексей Гусев. Һуңғы өс йылда республикала стационар булмаған сауҙа объекттары һаны 15 процентҡа – 7,5 меңгә тиклем артҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо эшҡыуарлыҡ өлкәһе динамикаһын юғары баһаланы, ләкин объекттарҙың эстетик торошон күҙәтергә кәрәклеген билдәләне. – Ҡайһы берҙә стационар булмаған сауҙа нөктәләре насар булып күренә. Был объекттарҙың тышҡы ҡиәфәтен берҙәм стандартҡа килтерергә кәрәк, – тине ул. Үҙ йорт яны участкаларынан артып ҡалғанын һатҡан кешеләргә килгәндә, Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса 2024 йылда улар өсөн 334 майҙансыҡта бушлай дүрт меңдән ашыу урын бирелгән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар айырыуса республика сауҙа инфраструктураһының мөһим өлөшөнә әйләнгән йәрминкәләрҙе үҫтереү темаһына иғтибар бүлде. 2024 йылда ғына 300 майҙансыҡта 12,5 меңдән ашыу йәрминкә уҙғарылған, 14 меңгә яҡын сауҙа урыны тәҡдим ителгән, ул урындағы етештереүселәрҙең һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукцияһын һатырға мөмкинлек биргән. Башҡортостан йәрминкәләрҙә сауҙа урындары һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.