Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙең улын Белем көнө менән ҡотланы. Вадимдың атаһы, ишле ғаилә башлығы әле медицина ротаһында водитель булып хеҙмәт итә. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында башҡа хәрбиҙәр рәтендә министр менән осраша. Аралашыу барышында атай кеше улының тормошондағы мөһим ваҡиғала ҡатнаша алмауына үкенес белдереп, Айрат Рәзиф улынан Вадимды Белем көнө менән ҡотлауын үтенә. Министр беренсе класс уҡыусыһы менән мотлаҡ осрашырға вәғәҙә бирә Әле уның һүҙендә тороуын белдек. Айрат Рәзиф улы Вадимға бүләк тапшырып, уҡыуында уңыштар теләне. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.