Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10 – 25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә. Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамырҙарына рак күҙәнәктәрен үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған. Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң уны эсергә кәңәш ителә. Әйткәндәй, медиктар фекеренсә, таҙа алма һуты ата-әсәһенә йоҡо бирмәй бер туҡтауһыҙ илаған баланы тынысландырырға һәләтле. Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ. Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк. Өҫтәүенә, май ҡатламдарының кәмеүе ҡан тамырҙарының торошона һәм сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай. Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә. Диетологтар: “Ашағың килһә – алма аша, уны ашағың килмәһә – ашағың килмәй”, – тиҙәр. Уларҙың был кәңәшен тотоу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Мәҫәлән, диетала ултырған кеше ашағыһы килгәндә бер алма ашаһа, асығыу тойғоһо үтер, йә булмаһа бер алманан һуң артыҡ күп ашай алмаҫ. Автор фотоһы.