28 августа Башҡортостан Башлығын һайлау бюллетендәрен республиканың территориаль һайлау комиссияларына ебәрҙеләр. Башҡортостан Башлығын һайлауға республикала 2 миллион 990 мең бюллетень әҙерләнгән. Артыҡ ҡағыҙҙар дөрөҫ партияны тапшырыу алдынан уҡ юҡ ителә, уларға һайлаусыларҙың ҡулы теймәйәсәк. Бөтәһе лә Үҙәк Һайлау комиссияһы ағзалары ҡарамағында башҡарыла. Был процедура рәсми һәм ул алты ҡултамға менән нығытыла. Документтарға Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һәм ағзалары, нәшриәт етәксеһе ҡул ҡуя. Улар – Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәрҙе утилләштереү һәм тапшырыу акттары. Һайлау бюллетендәренә зәңгәр төҫтән алһыу төҫкә һәм, киреһенсә, зәңгәр төҫкә күсеү менән селтәр һалына. Бөтә бюллетендәр ҙә микрошрифт менән һаҡлана. Типографияла эш тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара. Көн дауамында бюллетендәрҙе тәғәйенләнгән урындарға алып барып еткереү өсөн тапшырыу процедураһы иртәнге сәғәт алтынан башланды. Барыһы ла республика ҡалаларына һәм райондарына алып барыласаҡ блоктар буйынса тултырылған. Ташыу өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары менән үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өс көн дауам итәсәк. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә тауыш бирергә мөмкин. Республикабыҙ өсөн мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ – һайлауҙа ҡатнашығыҙ. Фото: скриншот.