Башҡортостандың баш ҡалаһына Халыҡ-ара «ГеоСаҡырыу» геология чемпионаты ҡатнашыусылары килә башланы. Өфөгә Үзбәкстан Республикаһының Геология фәндәре университеты студенттары килде. Улар уҡыу йортоноң «Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары геологияһы» факультетында беренсе һәм икенсе курстарҙа уҡый. Йола буйынса, Өфө аэропортында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо аҫтында һәм сәк-сәк менән Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡаршы алды. Башҡортостандың ҡунаҡсыллығы балаларҙы хайран ҡалдырҙы. Йәштәр бығаса Башҡортостанда булмаған, ләкин республика тураһында ярайһы уҡ беләләр. Үзбәкстан Республикаһынан Өфөгә бөтәһе 9 кеше килде. - Мин – Үзбәкстан Республикаһының «Учкудук» командаһы етәксеһе. Барығыҙҙы ла сәләмләүемә бик шатмын, тәбиғәтегеҙ матурлығы хаҡында күп ишеткәнем бар, ләкин бер тапҡыр ҙа Башҡортостанда булғаным юҡ. Беҙ уникаль урындарға барып, улар менән танышырға теләйбеҙ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Үзбәкстан Рес
Халыҡ-ара «ГеоСаҡырыу» геология чемпионаты ҡатнашыусылары килә башланы
29 августа 202429 авг 2024
1
1 мин