Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡырмыҫҡалы районында тағы өс медпункт асылды

Медицина учреждениелары Үрге Төкөн, Иҫке Муса һәм Шайморат ауылдарында барлыҡҡа килгән. Биналар заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Улар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентары бар. "Яңы медицина учреждениеларын асыу- медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, бөтә урындағы халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға. Хәҙер медицина ярҙамы ошо ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлыраҡ буласаҡ", - тип билдәләне башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ Һаҡлау” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты — халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяждарынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки

Медицина учреждениелары Үрге Төкөн, Иҫке Муса һәм Шайморат ауылдарында барлыҡҡа килгән. Биналар заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Улар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентары бар. "Яңы медицина учреждениеларын асыу- медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, бөтә урындағы халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға. Хәҙер медицина ярҙамы ошо ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлыраҡ буласаҡ", - тип билдәләне башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ Һаҡлау” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты — халыҡтың бөтә төркөмдәренең ихтыяждарынан сығып, йәшәү, уҡыу йәки эш урыны янында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.