Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса юғары балл йыйған һәм уҡырған ингән, олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған беренсе курс студенттары менән осрашты. Осрашыуҙа белем биреү процесы, фән менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре һәм университеттың ижтимағи тормошонда ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр булды. Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы һәләтле абитуриенттарҙың, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина белеме менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтте. Быйыл 100 балл йыйғандар, олимпиадаларҙа призлы урындар яулаусылар Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты булды. 100 балл йыйған һәр өсөнсө абитуриент Башҡорт дәүләт медицина университетын һайланы. - Университетта “Киләсәк медицинаһы” программаһы әүҙем үҫешә: ҡыҙҙар һәм егеттәр, практикаға йүнәлтелгән белем биреү процесына ярашлы, дәреслектәр буйынса уҡытыла. “Фәнни ординатура” тигән яңы проектты башланыҡ. Ул табип-ординато