Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 августа Борай районының Хажи ауылындағы бер өйҙә янғын сығып китә. Унда 53 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек ейәне һәләк була. Янғынды күршеләре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр һүндерә. “КП-Өфө” порталы хәбәр итеүенсә, дүрт йәшлек малай Хажи ауылына бер нисә көн элек кенә барған булған. Уның ата-әсәһе район үҙәгендә, Борайҙа йәшәй. Ҡот осҡос хәлгә тиклем ғаиләлә ике бала – ҡыҙ һәм малай тәрбиәләгәндәр. Шулай уҡ әлеге ваҡытта өсөнсө бәпәй көтөүҙәре лә билдәле. – Арыҫланды (исеме үҙгәртелде) бер нисә көнгә генә ҡалдырғайнылар. Өләсәй кешенең быйыл ире вафат булды, шуға ла уларҙың өс ҡыҙы әсәләрен яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышып, йәш ҡына ҡунаҡҡа килделәр, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡалдыра трғайнылар. Янғын башланғас та, һәләк булған малайҙың ата-әсәһе шунда уҡ килде. Әсәһенең хәле ҡапыл насарайғас, дауаханаға оҙаттылар, – тип яҙған “КП-Өфө”. Янғынды иң тәүҙә күршеһе (һәләк булған ҡатындың иренең бер туған ағаһы) күреп ҡала. Тәүҙә ул өйгә инеп ҡарарға тырыша, тик төтөндың көслө булыуы быны эшләргә бирмәй. Хәҙер ул ярҙам итә алмауына үҙен ғәйепләй... Күрше бәләкәй малайҙы күргәс тә, йөрәге ауыртып, хәле насарая. Билдәле булыуынса, Арыҫлан янғындан ҡурҡып диван артына йәшенгән булған... Ә өләсәйҙең кәүҙәһе бүлмә уртаһында, мейес эргәһендә табыла. Шулай уҡ янғынды һүндергәстәр, мейескә икмәк бешерергә ҡуйылғаны асыҡлана. Борай районындағы Хажи ауылы округта иң бәләкәйҙәрҙән булып һанала. Бында 40 ҡына йорт бар, уларҙың яртыһы – буш. Ауылда күбеһенсә пенсионерҙар көн күрә. Газ үтмәгән, шуға ла урындағы халыҡ йылытыу өсөн дә, ашарға бешереү өсөн дә мейес ҡуллана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын тап мейес арҡаһында – үтә ныҡ яғыуҙан йәки яңылыш мөрйәне ябыуҙан сығыуы ихтимал. Әлегә экспертиза тикшереүе һөҙөмтәләрен көтәләр. Фото: КП-Өфө.