Өфөнөң «Бурсервис» компаниялар төркөмө 2026 йылға хеҙмәткәрҙәр һанын ике тапҡырға арттырырға ниәтләй. Предприятиела нефть һәм газ скважиналарын быраулау һәм ремонтлау өсөн инструменттар сығарыу ҡеүәтен дә арттырырға планлаштыралар. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә «Бурсервис» ғилми-производство предприятиеһының генераль директоры Марат Дауытов хәбәр итте. Производствола барлығы 1 000 квалификациялы белгес эшләй, улар инновациялы продукцияның меңдән ашыу төрөн сығара. Бының өсөн предприятие үҙенең ҡорамалдар эшләү үҙәген булдырған. 2024 йылдың беренсе ярты йыллығында компаниялар төркөмө коллективы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 35 процентҡа күберәк продукция сығарған. Ҡорамалдарҙы Рәсәй төбәктәренә һәм донъяның һигеҙ иленә – Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Иран һәм Ливияға – экспортлайҙар. Предприятиеның генераль директоры Марат Дауытов производствоны үҫтереү өсөн республика ярҙамының әһәмиәте