17 августа Стәрлетамаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров 1-се гимназияның яңыртылған корпусын ҡараны. Элек унда «Березка» шифахана-профилакторийы урынлашҡан. Бина 2024 йылда реконструкциялана. Бында 750 уҡыусы һәм 120 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе уҡыясаҡ. Мәктәп үҙ ишектәрен 2 сентябрҙә аса. Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метрҙан ашыу булған корпус һигеҙ блокты – 4 ҡатлы уҡыу бинаһын һәм ике спорт залын, ашхананы, тамаша залын һәм мәктәпкәсә учреждениены үҙ эсенә ала. Бөтә кабинеттар ҙа интернетҡа тоташҡан. Спорт блоктарынан башҡа бөтә блоктарҙы йылы үткәүел галерея менән тоташтыралар. Гимназияға барған саҡта төбәк башлығы Радий Хәбиров стоматология кабинетын да ҡараны. Заманса йыһазландырылған бинала табиптар балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡабул итәсәк. Шулай уҡ республика етәксеһе тамаша залында, башланғыс кластар, хеҙмәт кабинеттарында һәм психологик бушатыу бүлмәһендә булды. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә гимназия яңы ҡорамалдар мобиль һәм стационар информатика кабинеттары, интеракти