Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. МХО башланғандан алып, райондан йыш ҡына төрлө аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, маскировкалау селтәрҙәре, техника, кәрәкле приборҙар һәм инструменттар тейәлгән гуманитар ылау оҙатыла. Был эштән бер кем дә ситтә ҡалмайҙыр. Бөтә район халҡы, шул иҫәптән предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, хәрбиҙәрҙең яҡындары һәм туғандары ихлас күңелдән был изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауылдарҙа ла, район үҙәгендә лә хәрбиҙәр өсөн бик кәрәк булған маскировкалау селтәрҙәрен үреү менән шөғөлләнәләр. Төрлө миҙгелгә ярашлы күпме селтәр бәйләгәндер инде улар һанап бөткөһөҙ. Ә яугирҙар әйтеүенсә, фронтта ул бик кәрәкле һаҡланыу сараһы. «Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтә. Тыл һәр саҡ фронтҡа ярҙам иткән һәм был – уның изге бурысы. Хәрбиҙәребеҙ – беҙҙе яҡлаған ҡалҡан, ә беҙ – ҡалҡа