Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рәсәйҙең халыҡ артисы мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Mash телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, енәйәтселәр апрелдә уҡ Лариса Долина менән бәйләнешкә сығып, уның фатиры менән “мутлашыусылар” ҡыҙыҡһыныуы тураһында хәбәр иткән. Улар Рәсәйҙең халыҡ артисын фатирҙы һатырға һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп”кә һалырға күндергән. Фатир аҡсаһынан тыш, параллель рәүештә артистан шулай уҡ 68 миллион һумға яҡын аҡса алғандар. Долина фатирын һатырға ризалашҡас, мутлашыусылар күсемһеҙ милек агентлығына мөрәжәғәт итеп, һатып алыусы тапҡандар һәм кәрәкле документтарға ҡул ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта һатып алыусылар ҙа, Лариса Долина ла, риелторҙар ҙа был хәлдең алдыҡ икәнлеген белмәгән. Лариса Долина фатир өсөн 110 миллион һум тирәһе аҡсаны алғас, мутлашыусыларҙың "хәүефһеҙ иҫәбенә" күсерә. Бөгөн иһә биш бүлмәле фатирға биш кеше килеп, улар күсемһеҙ милектең яңы хужалары булыуын хәбәр иткәндәр. Әлегә фатирҙы һатып алыусыларҙы полиция бүлексәһенә алып киткәндәр. Һуңғараҡ Долина үҙе социаль селтәрҙәрҙә видеояҙма ҡалдырған. Йырсы унда мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүе хаҡында һөйләгән. Хөрмәтле дуҫтар! Билдәһеҙ номерҙар шылтыратһа, бәйләнешкә инмәҫкә тырышығыҙ. Бигерәк тә улар телмәрендә “банк”, “карта”, “хәүефһеҙ иҫәп”, “мутлашыусылар” кеүегерәк һүҙҙәр ҡулланһа, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ! Фото: https://s10.stc.yc.kpcdn.net