Республика халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Курск өлкәһендә зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам йыйыу тураһында иғлан итеүе хаҡында яҡшы белә. Журналистар һәр ваҡыт ваҡиғалар үҙәгендә тора һәм мөмкин тиклем граждандарыбыҙға төрлө ауыр хәлдәрҙә ярҙам итергә тырыша. Был юлы ла, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының башланғысын хуплап, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона ҡараған гәзит-журналдар был изге акцияға ҡушылды. Шул иҫәптән, “Башҡортостан” гәзите коллективы ла гуманитар ярҙам йыйып, Курск өлкәһе халҡына үҙенең теләктәшлеген белдерҙе. Курск өлкәһенә ярҙам итеү бөтә төбәктәр өсөн төп бурыс булып тора һәм ул миллионлаған кешене берләштерҙе. Әле республиканың район-ҡалаларында гуманитар ярҙам йыйыу пункттары булдырылған. Унда һәр кеше ҡатнаша ала. Пункттарға түбәндәге әйберҙәрҙе килтерергә мөмкин: - мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм рюкзактар, йылы кейем; - йәйге һәм көҙгө аяҡ кейеме; - түшәк кәрәк-яраҡтары һәм юрғандар; - алты айҙан кәм булмаған ҡулланы
"Башҡортостан" гәзите журналистары Курск өлкәһенә ярҙам акцияһына ҡушылды
13 августа 202413 авг 2024
1 мин