Йәше йәки һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, теләге булған һәр патриот махсус хәрби операцияға бара алмай, әммә һәр кем илебеҙҙең именлеген тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Шуға күрә ДОСААФ-тың башланғысы менән республикала контрактсыларҙы Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына йәлеп итергә ярҙам итеүсе "Рекрут" проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөн әүҙемселәр бөтә республика буйлап йөрөй, иң алыҫ тораҡ пункттарға барып етә, кешеләр менән осраша, агитация-аңлатыу эштәре алып бара. Был, эш сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. "Рекрут" проектында һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүгә потенциаль кандидат табырға, уның менән ДОСААФ-тың яҡындағы бүлексәһенә килергә, ә һуңынан хәрби комиссариатҡа оҙатырға кәрәк. Кандидатығыҙ хәрби часть ҡарамағына килгәс, һеҙгә 50 мең һум түләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн +7 (347) 218-19-19 телефонына мөрәжәғәт итергә. Фото: "Башҡортостан" гәзите.