9 августа Республика йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибендә һайлау комиссияларының һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының Берҙәм һайлау көнөнә әҙерлеге мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан Башлығын һайлауҙар өс көн дауамында – 6,7, һәм 8 сентябрҙә үткәрелә. Барлығы төбәктә бер юлы 218 кампания үтә, уларҙың 216-һы ҡала, район, ауыл советтары депуттарын һайлау буйынса. Игорь Комаров тауыш биреү барышының һайлаусыларға үтә күренмәле процедураларға, ҡануниәт нормаларын үтәүгә нигеҙләнергә тейешлеген билдәләне. Республикала 3 миллионға яҡын һайлаусы бар. - Үҙҙәренә уңайлы форматта тауыш бирһендәр өсөн һайлау кампанияһы тураһында халыҡҡа киң мәғлүмәт еткерергә кәрәк. Алда торған һайлауҙар мөһим ваҡиға, ул киләһе йылдарға республика үҫешен билдәләй, - тине Игорь Комаров. Тулы хоҡуҡлы вәкил дөйөм алғанда төбәктә ижтимағи –сәйәси хәлдең то