Белеүебеҙсә, 10 август – Физкультурниктар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан, гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә “БАТЫРҘАР. КӨСЛӨЛӘР. ЕТЕҘҘӘР” конкурсын иғлан ителгәйне. Физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙары араһында иғлан ителгән конкурста Иглин районынан Иглин ауылының Данис Тикеев исемендәге 4-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Илназ Әмир улы Таһиров та ҡатнаша. Илназ Таһиров сығышы менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан. - Был һөнәрҙе һайлауымда остаздарымдың роле ҙур. Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙа беҙҙең физкультура уҡытыусыларыбыҙ Илгиз Юнир улы Солтанғужин менән Венер Тәлғәт улы Таһиров, һәм, әлбиттә, беҙҙең мәктәбебеҙҙең үҙе лә спортҡа битараф булмаған директоры Юлай Яңыбай улы Ураҙғолов һәр спорт төрөнә һөйөү уятты. Уларға ҡарап мин дә ошо һөнәрҙе һайланым, – ти Илназ Әмир улы. 2006-2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ физик культура институтында һөнәр үҙләштерә. Илназ Таһиров бөгөн физкультура уҡытыусыһы һәм хәрби куратор булып эшләй. Уҡыуҙа, спортта, мәктәптең йәмғиәт то