Өфө ҡалаһының Киров районында Степан Кувыкин урамындағы 18, 18/1, 18/2, 18/3, 20 йорттарҙы берләштергән ихатала капиталь ремонт эштәре тамамланды. Был “Башҡорт ихаталары” республика программаһы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Өҫтәүенә, ошо эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, милли проект уртаса хәлле йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота. Степан Кувыкин урамындағы ихата тулыһынса үҙгәртеп ҡоролдо: бордюр таштары алмаштырылды, тротуарҙар, туҡталҡалар үҙгәртелде, яҡтыртыу буйынса яңы ҡоролмалар ҡуйылды, йәрәхәтләнеүҙән һаҡлаған сағыу һәм заманса балалар майҙансығы хасил булды, спорт майҙансығы йыһазландырылды. Ә бына балалар майҙансығы юбилей стилендә эшләнде. Унда Башҡортостанбыҙҙың баш ҡалаһының юбилейы сағылдырылды. Ә төҙөкләндереү эштәре быйыл яҙ башланғайны. Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.