“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары ярҙамында Әбйәлил эшҡыуары Илфат Төлкөбаев Моғаҡ йылғаһы буйында туристик зона төҙөкләндерә. - Ғөмүмән, берәй туристик объект асыу идеяһы студент йылдарында уҡ барлыҡҡа килде, - ти Илфат Ришат улы. - Беҙҙең район үҙенең тәбиғәт ресурстарына бай, был туризмды үҫтереү өсөн ҙур потенциал булып тора. Ә ни өсөн тап туризм? Сөнки минең өсөн ял тәбиғәт менән ассоциациялаша. Тәбиғәт ҡосағында саф һауа, ҡала шау-шыуынан, транспорттан алыҫһың. Бында кеше көс-дәрт туплай, илһам ала, ял итә. Әкренләп йәш эшҡыуарҙың уй-ниәттәре тормошҡа аша башлай. 2020 йылда Илфат Ришат улы Ғимранташ ҡаяһынан алыҫ түгел Моғаҡ йылғаһы буйындағы майҙанды ала. Тәүҙә төҙөкләндереү эштәрен башлай, биләмәне тәртипкә килтерә, сүп-сарҙан таҙарта. - Унда бөтә нәмәне туристар тапаған, бөтә ерҙә сүп-сар, ҡоро-һары тулып ята ине, - ти ул. - Биләмәнең бер өлөшөн ял итеүселәрҙән, айырыуса техник
Эшҡыуар Илфат Төлкөбаев Моғак йылғаһы буйында турист зонаһын төҙөкләндерә
15 августа 202415 авг 2024
2 мин