Найти в Дзене

Йылайырҙа - Һиндостан студенттары

Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы бер төркөм һинд студенттары Йылайыр үҙәк район дауаханаһына практика үтергә килде. Бынан тыш сит ил ҡунаҡтары район тарихы, рус, башҡорт халыҡтарының милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы менән яҡындан таныша. Стажировка барышында студенттар Йылайыр дауаханаһында эшләүсе өлкән коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнә. Сит ил ҡунаҡтары үҙ сиратында аҡ халатлыларға инглиз телен өйрәнеүҙә ярҙам итә. Әйткәндәй, бындай форсат менән һәр бер теләүсе ҡуллана ала. Инглиз теле буйынса бушлай курстар үтергә теләүселәрҙе көндөң беренсе яртыһында район поликлиникаһының ултырыштар залында көтәләр. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ менән һинд студенттары өсөн дә бер матур сара әҙерләнгән. Районға килгән тәүге көндәрендә үк улар менән район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән осрашты. Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусылары менән берлектә район тарихты өйрәнеү музейына, Сауҙагәрҙәр урамы буйлап экскурсия ойошторолдо. – Белеүебеҙсә, Һин

Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы бер төркөм һинд студенттары Йылайыр үҙәк район дауаханаһына практика үтергә килде. Бынан тыш сит ил ҡунаҡтары район тарихы, рус, башҡорт халыҡтарының милли мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы менән яҡындан таныша. Стажировка барышында студенттар Йылайыр дауаханаһында эшләүсе өлкән коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнә. Сит ил ҡунаҡтары үҙ сиратында аҡ халатлыларға инглиз телен өйрәнеүҙә ярҙам итә. Әйткәндәй, бындай форсат менән һәр бер теләүсе ҡуллана ала. Инглиз теле буйынса бушлай курстар үтергә теләүселәрҙе көндөң беренсе яртыһында район поликлиникаһының ултырыштар залында көтәләр. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ менән һинд студенттары өсөн дә бер матур сара әҙерләнгән. Районға килгән тәүге көндәрендә үк улар менән район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән осрашты. Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусылары менән берлектә район тарихты өйрәнеү музейына, Сауҙагәрҙәр урамы буйлап экскурсия ойошторолдо. – Белеүебеҙсә, Һиндостан менән Башҡортостан Республикаһы араһында күптән инде дуҫлыҡ ептәре нығынған. Беҙҙең стажировка программаһы ла Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Һиндостандың медицина учреждениелары араһындағы халыҡ-ара бәйләнеште нығытырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, тыуған районыбыҙҙың туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә булышлыҡ итәсәк, - ти Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин. Фото һәм сығанаҡ: "Ауыл уттары" гәзитенән