Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынән хәбәр итеүҙәренсә, 30 июлдә иртәнге сәғәт 9-ға ҡарата Әбйәлил, Белорет, Көйөргәҙе, Салауат, Учалы, Мәләүез һәм Бөрйән, Дыуан, Ҡариҙел райондарында 25 йорт яны биләмәһен, алты автомобиль юлын һәм биш күперҙе һыу баҫыуға бәйле туғыҙ муниципаль берәмектә 18 хәл контролдә тотола. Хәлдең яҡшырыуына бәйле Әбйәлил, Учалы, Салауат һәм Белорет райондарында ете хәл контролдән алынған. Ихаталарҙан һыу киткән. Һыу баҫҡан йорттар юҡ. Баш идаралыҡтың аэромобиль төркөмө Учалы районы биләмәһендәге эште тамамланы һәм Өфөгә ҡайтты. Дыуан районында Октябрьский һәм Потаповка тораҡ пункттары араһындағы юл аша Йүрүҙән йылғаһы ағып сыҡҡан. Йорттарҙы һәм йорт яны участкаларын һыу баҫыу хәүефе юҡ. Йылға кимәлен контролдә тотоу һәм мониторинглау маҡсатында ваҡытлыса гидропостар ҡуйылған. Дежурҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тора. Башҡортостан Респу