Башҡортостанда алдағы көндәрҙә лә ямғырлы һауа торошо һаҡлана. Был турала Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итә. Бөгөн 29 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 17, 22 градус йылы. Иртәгә лә ямғырҙар яуа, урыны менән ҡойма ямғыр булыуы ихтимал һәм йәшен йәшнәй. Ел көнбайыштан талғын. Төндә һауа температураһы 11, 16 градус, көндөҙ 21, 26 градусҡаса йылыта. 31 июлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуын дауам итә, урыны менән көслө ямғыр һәм йәшен көтөлә. Һауа температураһы үҙгәрешһеҙ: төндә 11, 16 градус, көндөҙ 21, 26 градус йылылыҡ көтөлә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.