Бөгөн, июль айының һуңғы йәкшәмбеһендә, Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Ул ил Президентының 2006 йылдың 31 майындағы “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә һөнәри байрамдарҙы һәм иҫтәлекле көндәрҙе булдырыу тураһында”ғы Указына ярашлы уҙғарыла. Бөгөнгө иҫтәлекле дата уңайынан Баймаҡ егете, 2000 йылда “Курск” һыу аҫты кәмәһендәге фажиғәлә һәләк булған мичман Фәнис Ишморатовтың ҡатыны Фәимә Ғибәт ҡыҙы яҙмышы Хәрби-Диңгеҙ флотына бәйле барлыҡ замандаштарыбыҙҙы тәбрикләп, илһөйәрлектең иң юғары ҡиммәт булыуын билдәләне. “Мин һәр йыл Рәсәйҙең Хәрби-Диңгеҙ флоты көнөндә Өфөләге Еңеү паркына, йәки Баймаҡта булғанда мәрхүм ирем Фәнискә Мерәҫ ауылы эргәһендә ҡуйылған обелиск янына барам, – ти ул. – Хәрби юлды һайлаған ирем менән һәр саҡ ғорурландым, һәм был тойғом бер ваҡытта ла һүнмәйәсәк, йөрәгемдә мәңге йәшәйәсәк. Фәнис илһөйәрлектең һоҡланғыс өлгөһө ине. Һәм был юлды һайлағандарҙың барыһы ла шундайҙыр. Бөгөнгө иҫтәлекле көн уңайынан Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән барлыҡ ир-егеттәрҙе, уларҙың ғаиләләрен, ҡатындарын тәбрикләп, барыһына ла һынмаҫ рух, сабырлыҡ, ихтыяр көсө теләйем. Замандаштарыбыҙға шуны әйткем килә: улдарығыҙҙы ысын ир итеп тәрбиәләгеҙ. Ғаиләлә атай роле юғары булһын – ҡатын-ҡыҙ балаларына шуны күрһәтеп үҫтерһен. Ир – ил терәге. Ул Ватанын һөйөргә, һаҡларға, яҡларға тейеш. Шуның өсөн дә ир-егет булып тыуған ул!” Беҙ ҙә Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙе ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Фотолар Фәимә Ишморатованың шәхси архивынан.