Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бикештә һыу торбалары алмаштырылған

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалығын модернизациялауға һәм реформалауға даими иғтибар бүленә. Баймаҡ районында ла торлаҡ- коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Баймаҡ районының Бикеш ауылындағы һыу торбалары һалыныуға өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Иҫкергән торбаларҙан һыу китә башлаған булған. Был бигерәк тә Йәштәр һәм Колхоз урамында ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Шуға күрә бында һыу торбаларын алмаштырыу эштәре башҡарылған, иҫкергән торбалар яңыһына алмаштырылған. Барыһы 2,5 саҡрым торбалар яңыртылған. Бикештәрҙең күбеһе өйҙәренә һыу индергән, күптәренең ихатаһында һыу скважинаһы бар, әммә уның тәме яҡшынан түгел, сифаты ла насар. Шуға күрә һыу торбаларын яңыртҡандан һуң кешеләр өй эсенә сифатлы эсәр һыу үткәргән һәм бөгөн уның сифатынан бик ҡәнәғәт. Республика Башлығы Радий Хәбиров район һәм ҡалалар буйлап эш сәфәрендә булғанда халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү бурысын ҡуя. “Торлаҡ-коммуналь комплексты яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған, әммә бөгөн беҙҙең алда ҙурыраҡ бурыстар тора. “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем 32 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөргә, коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәлен 52,2%-ҡа тиклем кәметергә, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ иҫәбен 92%-ҡа еткерергә кәрәк”, - ти төбәк Башлығы. Фото һәм сығанаҡ: “Һаҡмар” гәзите.