Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ Дуҫтарҙы бик үк ғәфү итмәһәк тә, Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ. Осрағанда хатта сәләм биреп, Һаулыҡтарын алып үтегеҙ. Беҙ дуҫтарҙың донъяларын белеп, Бәлки, ялҡып уҡ та бөткәнбеҙ. Ә дошмандың донъялары ниндәй? Нишләп уны беҙ ят иткәнбеҙ? Дуҫтарға бик талапсан да булып, Дошмандарҙы ғәфү итәйек. - Ғәфү итә белеү – бер егетлек, Егетлектән йыраҡ китмәйек! Буранбай Исҡужин.